Зәңгәр яғыулыҡ тоҡанды

Ноябрь 8, 2019 Просмотров: 45

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙең береһендә белем усағыбыҙҙа  иҫтәлекле ҙур бер ваҡиға тарих биттәренә теркәлде. Был көндө уҡыусыларҙың күптән көткән хыялы тормошҡа ашты: мәктәптә тәүге тапҡыр “зәңгәр яғыулыҡ” тоҡанды.

Әйтергә кәрәк, районда газ селтәре төҙөлөшөнә ҙур иғтибар бирелә. Бөгөнгә тәбиғи газ селтәренә урындағы мәктәп тә тоташты.  Бындай ҙур шатлыҡты түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ, - тип белдерҙе Сапаров Дамир ағай.