Китапханала - ҡунаҡта
Сыңғыҙова Вәлимә Минтимер ҡыҙы етәкләгән 1 класс уҡыусылары китапхана менән танышырға килде. Мәктәпкә тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан малайҙар һәм ҡыҙҙар китапхананы бик ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Шул тиклем күп китаптарҙы күреү уларға бигерәк тә ҡыҙыҡ булды. Китапханасы Хажиәхмәтова Гөлфиә Нотфулла ҡыҙы балалар өсөн яҙылған яңы китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы, китап тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт бирҙе, шулай уҡ, балалар төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр. Ниндәй баласаҡ әкиәтһеҙ үтһен инде? Уҡыусылар үҙҙәре яратып тыңлаған, уҡыған, ҡараған әкиәттәре тураһында һөйләнеләр. Һәр кем бик теләп ҡатнашты был осрашыуҙа һәм уҡырға китаптар ҙа алдылар.Ошо китап һөйөүсе кескәй малайҙар һәм ҡыҙҙар киләсәктә беҙҙең китапхананың тоғро дуҫына әйләнер тигән өмөттә ҡалабыҙ.