Бөгөнгө тематик шәмбе "Толерантлыҡ" көнөнә арналды

Ноябрь 16, 2019 Просмотров: 74

Бөгөнгө тематик  шәмбе "Толерантлыҡ" көнөнә арналды. Класс сәғәттәре тематика буйынса үткәрелде.

16 ноябрь – Халыҡ – ара толерантлыҡ көнө. Толерантлыҡ – ул шәхестең кемгәлер түҙемлелеге, ихтирам итеүе, сит кеше фекеренә иғтибарлы булыуы.

Уҡыусыларҙа илһөйәрлек, милли үҙаң, толерантлыҡ һәм татыулыҡ тойғоһо тәрбиәләү, шулай уҡ үҫеп килеүсе быуынды рухи-әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәргә йәлеп итеү маҡсатында Ишмырҙа мәктәбендә Толерантлыҡ көнөнә арналған тематик линейка ойошторолдо. Сара фәһемле һәм әһәмиәтле булды, уҡыусылар бик әүҙем ҡатнаштылар.

Бер-беребеҙҙең хәтерен һаҡлап, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, терәк булып, кәрәк ваҡытта ғәфү итә белеп, татыу йәшәйек.




Толерантлыҡ.pptx

Скачать (Размер 607 Kb) Тип файла: pptx