Волейбол турниры асылды...

Январь 21, 2020 Просмотров: 67

Традицияға әүерелеп киткән был сараны ишмырҙалар быйыл да  юғары  кимәлдә асып ебәрҙе. Һәр йыл һайын Ишмырҙа, Әбделкәрим, Йылайыр районының Юлдыбай, Матрай ауылдары ир-егеттәре ҡатнашлығында волейбол ярышы уҙғарыла. Быйылғы ярыш Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.

Сараны асыу тантанаһы уҡыусылар ҡоролтайы ағзаларының сығышы менән башланды. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагтарын күтәреү хоҡуғы 2019 йылда еңеү яулаған Матрай ауылы өлкәндәр командаһы капитаны – Ҡашкаров Ғүмәр Айса улы һәм Әмәкәсов Марсель Зөфәр  улына тапшырылды. Ауыл биләмәһе башлығы Ҡашкаров Заһит Мәүлетдин улы, мәктәп директоры Монасипов Иҙел Мөхтәр улы һәм мәғариф алдынғыһы Йәйләев Заһит Зәки улы ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләнеләр.

Дүрт йыл дауамында үткәрелгән волейбол ярышында командалар ике төркөмгә бүленде – йәштәр һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф ветераны Заһит Йәйләев исемендәге ветерандар күсмә кубоктарына көс һынаштылар. Үрҙә һанап үткән ауылдарҙан йәмғеһе һигеҙ команда ҡатнашты. Йәштәр һәм ололар командалары араһында уйын бик көсөргәнешле һәм сәмле барҙы. Шулай уҡ спорт һөйөүселәр шахмат, өҫтәл теннисы һәм уҡ атыу бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаштылар.

Һөҙөмтәлә йәштәр араһында Ишмырҙа ауылы кубогына Юлдыбай йәштәр командаһы лайыҡ булды.

I урын – Юлдыбай

II урын -  Ишмырҙа

III урын - Матрай

IV урын – Әбделкәрим командаһы бүлеште.

Өлкәндәр араһында Заһит Зәки улы Йәйләев улы исемендәге кубогын шулай уҡ Юлдыбай ауылы өлкәндәр командаһы алды.

I урын – Юлдыбай

II урын -  Матрай

III урын - Әбделкәрим

IV урын – Ишмырҙа командалары бүлеште.

Уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары махсус сығарылыш эшләп  яңылыҡтар тапшырыуында күрһәттеләр. Спорт төрөн үҙ иткән ир-егеттәр сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләп үттеләр. Бәйгене йомғаҡлап спортсыларға маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар, бүләктәр тапшырылды. Ярыш тантаналы рәүештә ябылды.

Сараны ойоштороусы Ишмырҙа ауылы ир-егеттәре ойошмаһы ағзаһы, ауыл советы депутаты  Ишмырҙин Фәһим Зәйнитдин улына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, һаулыҡ, бәхет һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Уҡыусылар ҡоролтайы ағзаһы Ишмырҙин Азамат