Мәңге онотолмаҫ!

Май 7, 2020 Просмотров: 94

Иҫләйбеҙ! Ғорурланабыҙ! Минең ҡартатайым Йәнбәков Нотфулла Искәндәр улы Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны. 1940 йылда Баймаҡ ҡалаһынан әрме сафына алына. Ҡартатайым Владивостоктан яҡтарынан алып, Украина ерҙәренә тиклем хәрби юлдарҙы үтә. Бөйөк Еңеүҙе ул Чехословакияла ҡаршылай. Тыуған ауылына 1946 йылда ҡайта.
Өләсәйем Йәнбәкова Маһинур Әсмәндийәр ҡыҙы тыл һәм хеҙмәт ветераны. Ауылда тәүге трактористкаларҙың береһе. Яҙғыһын тракторҙа йөрөһәләр, уңыш йыйыу ваҡытында комбайнға ултырғандар. Ал-ял белмәй тырышып эшләгәндәр. Фронттағы һәм тылдағы батырлыҡтары, хеҙмәттәре өсөн  улар орден-миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгәндәр.
Беҙ уларҙы онотмайбыҙ!

Ейәнсәре Хажиәхмәтова Ильгинә, 3-сө класс уҡыусыһы.