Этнодиктант 2021

Февраль 20, 2021 Просмотров: 49

Бөгөн Ишмырҙа мәктәбендә уҡыусылар башҡорт  телендә Этнодиктант яҙҙылар. Диктант тексты Я. Хамматов  әҫәренән алынған. Уҡыусылар халҡыбыҙҙың үткәненә байҡау яһанылар. Ата- бабаларыбыҙҙың Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары хаҡында мәғлүмәт  алдылар. Шулай уҡ Этношәмбе көндө II класс уҡыусыларын китапханала Гөлфиә Нотфулла ҡыҙы ҡаршы алды. Уҡыусылар башҡорт халҡының милли уйыны "Һабантуйҙы", тормош-көнкүрештәрен сағылдырған һүрәттәрҙән мозаика төҙөнөләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр.