Эшсе ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет – 2021”
Апрель 5, 2021
Просмотров: 55
31 март көнө “Эшсе ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет – 2021” район һөнәри оҫталыҡ конкурсы булып үтте. Был сара йәштәргә үҙҙәрен, һөнәри белемдәрен һәм һәләттәрен кғүрһәтергә, шулай уҡ яңы дуҫтар табырға, тәжрибә уртаҡлашырға, иң яҡшыларҙы күрергә мөмкинлек бирҙе. Бәйге бик ҡыҙыу барҙы.
Һайлаған һөнәрен яратып башҡарған, район һәм ҡаланың төрлө тармаҡтарында эшләгән 17 йәш хеҙмәткәр был бәйгелә үҙен һанап ҡараны.
Был конкурста Ишмырҙа ауылы балалар баҡсаһынан кесе тәрбиәсе Миләүшә Әхмәт ҡыҙы ҡатнашты һәм үҙен бар яҡлап талантлы белгес, наҙлы ҡатын-ҡыҙ итеп күрһәтте. Һөҙөмтәлә, уңышлы сығыш яһап номинацияһына лайыҡ булды. Миләүшә Әхмәт ҡыҙын лайыҡлы еңеүе менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Киләсктә эшендә яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!