Тарихлы халыҡ - бәхетле халыҡ
Май 7, 2021
Просмотров: 172
Бөйөк ватан һуғышы - оло тарихи ваҡиға. Тарихлы халыҡ- бәхетле халыҡ. Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле.
9 май – иң оло һәм изге байрам. Ул бөтә халыҡ ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө. Шуға ла беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк дата юҡ.
Төҙәлә инде, төҙәлә
Ил тәнендәге яра.
Еңеүселәр һаны ғына
Йылдан - йыл кәмей бара.
Ҡырҡ биштең яҙ башына
Йырағайһа ла ара,
Еңеү көнөнөң ҡәҙере
Кәмемәй , арта бара.