Ата-әсәләр йыйылышы
Көн тәртибендә беренсе булып “Иң мөһиме ғаилә бәхете” тип аталған доклад менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Үҙәкина Г.М. сығыш яһаны. 2018 йыл Республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был ҡарар быйыл ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеү йәһәтенән Рәсәй Президенты иғлан иткән Балалыҡ ун йыллығы бурыстарына тулыһынса тап килә тип әйтергә була.
Артабан уҡыу буйынса беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары менән уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Сыңғыҙова В.М. ҡыҙы таныштырҙы. Уҡыусылырҙың уҡыу сифатын, өлгәш-өлгәшмәүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Балаларҙың ашау кимәле, туҡланыу буйынса яңы положение менән Солтанова Г.С. таныштырып утте һәм уҡыусыларҙың исемлеген атаны.
Мәктәпкәсә тәрбиәләнгән балалар тормошо менән Тотманова М.Г. таныштырҙы. Көндәр ҡапыл һыуыу сәбәпле балалар һанының ҡырҡа кәмеүен белгертте. Ләкин балалар баҡсаһының йылы булыу сәбәпле кескәйҙәрҙе йөрөтөргә теләк белгертте.
Информатика уҡытыусыһы Әхмәтова Ф.Ф. хәүефһеҙ интернет аҫтында ата-әсәләргә хәтер дәфтәрҙәре таратты.
Мәктәп яңылыҡтары һәм ауыл инициативаларын яҡлау программаһы менән Монасипов И.М. таныштырҙы. Һәм ата-әсәләрҙе программала ихлас ҡатнашырға саҡырҙы.