Волейбол ярышы
Мәктәптә Йылайыр районынан Матрай һәм Юлдыбай ауылы, Баймаҡ районынан Әбделкәрим һәм Ишмырҙа ауылы йыйылма командалары дуҫтарса осрашты.
Спортҡа һөйөү уятыу, һаулыҡты нығытыу нигеҙендә ойошторолған сара тантаналы рәүештә асылды. Волейбол ярышы ветеран уҡытыусы - Йәйләйев Заһит Зәки улы исеме кубогына үтте. Шулай уҡ ярышта ҡатнашыусылар теннис, шашки кеүек уйындарҙа ла әүҙем ҡатнаштылар.
Ә инде уҡыусылар “ике ҡуяндың ҡойроғон” бер юлы тотоп өлгөрҙөләр. Сөнки ауыл халҡы инициативаларын хуплау программаһына ярашлы рәүештә мәктәптең икенсе ҡаты тәҙрәләрен ремонтлау өсөн тәүге иғәнәне индерҙеләр ҙә инде. 2018 йыл Рәсәйҙә “Ирекмәндәр йылы” тип иғлан ителде, шуға күрә Ишмырҙа ауылы уҡыусылары йыл башынан уҡ үҙҙәрен ирекмәндәр ролендә һынап ҡаранылар.
Сараны ойоштороусыларға, уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә алдағы тормошоғоҙҙа уңыштар, ғаилә именлеген теләйбеҙ.