1. Родителям
  2. Новости
  3. «Ауылымдың шәп егеттәре”

«Ауылымдың шәп егеттәре”

Март 27, 2018 Просмотров: 174

Кемдәр улар?

Тотманов Рәсүл, “Тимербайҙың килендәре” “Бишбармаҡ”  шаян бейеүҙәре Иҫәндәүләтов Зәбихулла, Солтанов Надир, Ғибәйҙуллин Юлай, Йәнбирҙин Фәрит, барыһына ла хуш килде. Тотманов Рәсүл ағай  башҡарған яңғыҙ бейеү ауыл ир-егеттәренә генә хас булған олпатлылыҡты күрһәтте. Ауыл хакимиәте  башлығы Исҡужин Рөстәм Миҙхәт улы етәкселегендәге ир-егеттәр вокал ансамбле (11 егет!) ,  Ишмырҙин Айгиздең, Ҡашҡаров Сәғиттең, 5-се класс малайҙарының  “Батырҙар” йырҙары, “Беҙ ауылдың шәп егеттәре” тип йырлаған 3-сө, 4-се класс малайҙарының вокал ансамбле,  киләсәк тә был егеттәрҙең, ысынлап та шәп егеттәр булыуҙарына ышаныс тыуҙырҙы.

 2-се класс һәм бейеү түңәрәгендә йөрөүсе малайҙарҙың сығыштары ла, 3-сө кластың «ҡалаҡ һуғыусылары” ла байрамға йәм өҫтәне.

      Сапаров Зариф ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаһа, , Ғибәйҙуллин Салауат, Йәнбирҙин Фәрит, Ризуанов  Ғәйнулла, Йәйләев Заһит ағайҙар күңелле гармун моңдарын һуҙҙылар. Ауыл халҡы ысынлап та гармун моңона һыуһаған , ағайҙарҙың уйнауын оҙаҡ һәм көслө алҡыштарға күмделәр. Кисәне йомғаҡлағанда ла ошо гармун моңо аҫтында күмәкләшеп халыҡ ритайымға төштө..

Ошондай йөкмәткеле күңелле тамашаны үткәреү өсөн үҙенең ваҡытын, көсөн йәлләмәгән мәктәп директоры Иҙел Мөхтәр улы Монасиповҡа, ваҡыты менән иҫәпләшмәгән шәхси эшҡыуар Рәйфә Бикастан ҡыҙы Яҡшығоловаға, юғарыла әйтеп үткән ир-егеттәргә, батыр малайҙарға  ауыл халҡы һәм мәктәп коллективы исеменән  оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә, уҡыуҙарында уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Афарин, егеттәр!

Был сара, беренсенән, Ғаилә йылына арналһа, икенсенән, ошо дәртле «Ауылымдың шәп егеттәре” нең сығыштары Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы нигеҙендә лә ойошторолдо. Тамашанан йыйылған килем  мәктәп тәҙрәләрен алыштырыуға йүнәлтеләсәк. Мәктәп иҫәбенә 4500 һумлыҡ иғәнә индерелде.

Ғаилә йылына арналған бай йөкмәткеле тамашаны ауыл халҡы бик ныҡ оҡшатты һәм уларҙы тағы ла сәхнәлә күрергә теләүҙәрен белдерҙеләр.

Ишмырҙа ауылы мәктәбе

 башланғыс класс уҡытыусыһы

 Г.Н.Хажиәхмәтова