Ата-әсәләр йыйылышы
Апрель 23, 2018
Просмотров: 82
Көн тәртибендә беренсе булып сығыш яһаны - Сыңғыҙова Вәлимә Минтимер ҡыҙы. Ул өсөнсө сирек йомғаҡтары менән таныштырҙы. Икенсе булып Ата-әсәләр Советы ағзаһы - Хәсәнова Эльвира Йәмил ҡыҙы “Бала тәрбиәләү мәәктәп эше генә түгел” исемле доклад менән сығыш яһаны. Бала бағыуҙа рухи ҡиммәттәрҙе лә күҙ уңында тоторға саҡырҙы. Янғын һәм янғынлыҡ хәүефһеҙлеге хаҡында Хажиәхмәтова Гөлфиә Нутфулла ҡыҙы сығыш яһаны, иҫкәртмәләр таратылды. Мәктәп директоры - Монасипов Иҙел Мөхтәр улы мәктәптә һәм районда барған яңылыҡтар менән таныштырып үтте. Йыйылышта 21 ата-әсә ҡатнашты