Уҡыусылар ҡор йыйҙы
Балалар ҡороның маҡсаты булып уҡыусыларҙа милли рух, гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, сәләмәт йәшәүҙе пропагандалау, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү, башҡорт телен һәм мәҙәниәттебеҙҙе уҡыусылар араһында әүҙемләштереү тора.
Сара барышында ағинәйҙәр ҡул эштәренең, педагогик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, башланғыс кластар өсөн сығарылған “Әлифба”, “Башҡорт теле”, “Әҙәби уҡыу” дәреслектәренең һәм бик күп методик ҡулланмаларҙың авторы, ауылдашыбыҙ Фәниә Шөғәйеп ҡыҙы Сынбулатованың китаптарының күргәҙмәһе ҡуйылды.
Йыйында ҡатнашыусылар иғтибарына концерт номерҙары, төрлө темаларға сығыштар тәҡдим ителде. “Тәбиғәтте һаҡлайыҡ” (уҡыу - уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Г.С.Солтанова), “Башҡорт халҡының милли кейемдәре һәм биҙәүестәре” (башланғыс класс уҡытыусыһы Г.Н.Хажиәхмәтова), “Теле барҙың – иле бар” (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.М. Үҙәкина), “Халҡыбыҙҙың милли спорт төрө – көрәш” (Н.М.Солтанов) темаларына сығыш яһанылар, ағинәйҙәр “Башҡорт халыҡ милли кейеменә» мәдхиә әйттеләр. Һәр сығыш яһаусы көнүҙәк мәсьәләләр күтәрҙе һәм ҡоролтайға үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.
2016-2017 уҡыу йылында 2 –се урын алған өлкәндәр төркөмө, 2017- 2018 уҡыу йылында 3 –сө урын алған башланғыс класc төркөмө уҡыусылары “Урал батыр” эпосынан өҙөк сәхнәләштерҙеләр. Фәнни- тикшереү эштәрендә еңеүсе, әүҙем ҡатнашыусы уҡыусылар Башҡорт халҡының йолалары “Йорт һалыу” (3 - сө класс уҡыусыһы Кинйәбаева Илзидә) , “Халҡыбыҙҙың милли эсемлеге - буҙа” (3 - сө класс уҡыусыһы Әфләтүнова Нургизә) , “Исеме ауыл тарихында” (7-се класс уҡыусыһы Ишмырҙин Айгиз), “112 -се Башҡорт атлы дивизияһы” (8 – се класс уҡыусыһы Сыңғыҙова Ләйсән) , “ Сәй йолаһы”( 5– се класс уҡыусыһы Тотманова Айзилә) эштәрен күрһәттеләр.
Шулай итеп, Ишмырҙа ауылы мәктәбендә I уҡыусылар ҡоролтайы ойошторолдо. Ҡоролтайҙың рәйесе итеп, уҡыу алдынғыһы 7 класс уҡыусыһы Ишмырҙин Айгиз һайланды. Уҡыусылар ҡорона райондан килгән вәкилдәр йомғаҡлау яһаны һәм үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерҙеләр. Район тарихында I уҡыусылар ҡоролтайы Ишмырҙа ауылы мәктәбендә ойошторолоуына ҡыуаныстарын белдерҙеләр һәм ҡоролтайға уңыштар теләп, үҙҙәренең ярҙамдарын вәғәҙә иттеләр.