1. Родителям
  2. Новости
  3. Лагерь 2-се көн

Лагерь 2-се көн

Июнь 4, 2018 Просмотров: 78

Көнөбөҙҙөң тәүге өлөшө ғәҙәттәгесә сәләмләү һәм иртәнге күнекмәләрҙән башланды. Иртәнге аштан һуң ырыуҙар үҙ тирмәләрендә плакаттар сығарыу менән мәшхүл булдылар. Артабан түҙемһеҙлек менән көтөп алған башҡорт халыҡ уйындары менән танышыу башланды. Балалар “Күмер йөҙөк”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Һәпәләк”, “Алырмынғош һәм Бирмәмғош” һ.б. уйындарын уйнап күңел астылар. Уйын-ярыштарҙа өс ырыу ҙа сәмләнеп ҡатнашты. Ял итеүселәрҙең барыһына ла оҡшаны. Ырыуҙарға ла эш бирелгәйне: 1-әр башҡорт халыҡ уйындарын уйнатырға. Шулай итеп, “Осто – осто”, “Йәшерем яулыҡ”, “Төлкө менән тауыҡтар” кеүек уйындар балаларҙың күңеленә хуш килде.

Төшкө аштан һуң һәр ырыу үҙ тирмәләрендә шашка, шахмат уйнаны, ә кемдер икенсе көнгә әҙерлекте башланы. Сөнки иртәгә беҙҙе “Матурлыҡ” көнө көтә.