Лагерь 3-сө көн
Июнь 4, 2018
Просмотров: 75
Бөгөн “Матурлыҡ” көнө. Уҡыусылар менән матурлыҡтың әһәмиәте хаҡында һөйләшелде, тәрбиәселәр матур итеп гөл үҫтереү серҙәре менән бүлеште. Сапарова Алтынай, Тотманова Әдилә, Кинйәбаева Илзидә ҡыҙҙар өсөн матурлыҡ салонын да асып ебәрҙеләр. Бөрйән ырыуының үҙенсәлекле итеп матурлыҡты күрһәтеүҙәре һоҡландырҙы. Тамъян ырыуының егеттәре “Мин – башҡорт балаһы” – тип йырлауҙары, барыһының да күңеленә хуш килде. Аҙаҡтан һәр бала мода күрһәтеп, көндәрен матур башҡорт бейеүҙәре менән дауам итте.
Шулай итеп беренсе урын Бөрйән ырыуына, икенсе - Үҫәргән ырыуы, өсөнсө урын Тамъяндарға бирелде.
Төшкө аштан һуң балалар төрлө уйындар уйнап, таралыштылар.