лагерь 6-сы көн
Июнь 6, 2018
Просмотров: 94
6 июнь йәйге лагерь Олимпия уйындарына арналды. Балалар алдан спорт кейемдәре кейеп әҙерләнеп килделәр. Линейкала тантаналы рәүештә Олимпия уйындары асыҡ тип иғлан ителде. Беренсе булып марафон үткәрелде. Уҡыусылар Сөләймән Игишев һәм Крәҫтиән урамдары буйлап флаг тотоп йүгерҙеләр.
Олимпия уйындарының икенсе өлөшө стадионда үтте. Уҡ-һаҙаҡтан атыу, туп ырғытыу, арҡан тартышыу, һөнгө ташлау һ.б. ярыштарҙа ҙур ихласлыҡ менән сәмләнеп ҡатнаштылар.
1-се урын – ҮҪӘРГӘН
2-се урын – ТАМЪЯН
3-сө урын – БӨРЙӘН
Олимпия уйындарына арналған викторина булды. Көн аҙағында еребеҙҙең төрлө ҡитға һәм илдәренән килгән бейеүселәр үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр.