1. Родителям
  2. Новости
  3. лагерь 7-се көн

лагерь 7-се көн

Июнь 7, 2018 Просмотров: 45

7 июнь “ҠОЯШҠАЙ” йәйләүендә “Әкиәттәр” көнө. Иртәнге гимнастика һәм аштан һуң “Һаумы, һаумы, әкиәт!” көнөн астыҡ. Иң беренсе әкиәттәр илендә сәйәхәттә булдыҡ. Ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр, әкиәттең килеп сығышы, исеме, авторҙары менән таныштылар.

Әкиәт һөйләүсе конкурсында һәр ырыуҙан берәр кеше ҡатнашты. Бына улар:

I урын - Кәйекберҙин Илназ

II урын – Ишмырҙин Айгиз

III урын – Әфләтүнова Нурзилә

Әкиәттәрҙе заманса сәхнәләштереү ярышы ла бик ҡыҙыҡлы үтте. Бар ырыуҙар әүҙем ҡатнаштылар. Шулай итеп, номинациялар:

ИҢ ЗАМАНСА ӘКИӘТ – Тамъян ырыуына

ИҢ БАШҠОРТ РУХЛЫ ӘКИӘТ – Бөрйән ырыуына

ИҢ ОҪТА ҠУЙЫУСЫЛАР – Үҫәргән ырыуына

“Яратҡан әкиәтемә иллюстрация” конкурсында ла ырыуҙар ҙур ихласлыҡ күрһәттеләр. Иң –иңдәрҙе “Ҡояшҡай” стендына элделәр. Тышта көн торошо насар булыу сәбәпле спортзалда төрлө уйындар уйнанылар.

Төшкө аштан һуң төрлө халыҡ әкиәттәрен ҡараныҡ.

Был көн бик күңелле үтте.