Лагерь 8-се көн
Бөгөн йәйләүҙә БАШҠОРТ ХАЛЫҠ БЕЙЕҮҘӘРЕ КӨНӨ билдәләнде.
Иртәнге гимнастика һәм аштан һуң ырыуҙар бейеү көнөнә әҙерләнделәр.
Линейканан һуң һәр ырыу рапорт биреп үҙҙәренең БАШҠОРТ ХАЛЫҠ БЕЙЕҮҘӘРЕ КӨНӨНӘ әҙер икәнен белгерттеләр.
Әйҙәүселәр сараны “БАЙЫҠ” телевизион конкурс рәүешендә үтәсәген әйттеләр. Быны ишетеп ырыуҙар бик шатланды һәм сәмләнеп ярыша башланылар. Сара бик күңелле үтте, өс ырыу балалары ла әүҙем ҡатнашты. Яңғыҙ бейеүселәр араһынан Үҫәргән ырыуынан – Тотманова Әдилә, Тамъян ырыуынан – Тотманова Айзилә, Бөрйән ырыуынан – Мырҙабаева Гөлмәрйәм һәм Кинйәбаева Илзидә бейенеләр. Коллектив бейеүҙәре араһынан Тамъян һәм Бөрйән ырыуҙарының бейеүҙәре дәртләндерҙе. “Ҡояшҡай” йәйләүе етәксеһе Гөлфиә Нотфулла ҡыҙының һәм бейеү түңәрәге етәксеһе – Ләйсән Мирсәйет ҡыҙының дәртле бейеүҙәре бараһының да күңеленә хуш килде.
Байрам башҡортса флешмоб менән тамамланды.
Төшкө аштан һуң спорт уйындары уйнанылар. Балалар күтәренке кәйеф менән таралыштылар.