лагерь 9-сы көн
Июнь 9, 2018
Просмотров: 38
Был көн КИНО һөйөүселәр көнө девизы аҫтында үтте. Линейкала КИНО көнөн асып рапорт бирелде. Киноның тарихы менән таныштыҡ, киностудиялар тураһында әңгәмә булды.
Сараның икенсе өлөшөндә балалар уҙҙәре төшөргән кинофильмды күрһәттеләр һәм иң яратҡан әкиәттәрен сәхнәләштерҙеләр. Викторина һорауҙарына ихлас яуап бирҙеләр.
Шулай итеп номинациялар:
ИҢ ЯҠШЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ РОЛЕ – Игебаева Нурия
ИҢ ЯҠШЫ ИР-ЕГЕТ РОЛЕ – Моратов Рифат
ИҢ ЯҠШЫ КИНОФИЛЬМ – Бөрйән ырыуы
ИҢ ЯҠШЫ СӘХНӘЛӘШТЕРЕҮ – Бөрйән ырыуы
Төшкө аштан һуң “ӨС ХАТ” исемле кинофильм ҡараныҡ.