Лагерь 17-се көн
Июнь 17, 2018
Просмотров: 26
17 июнь «Башҡорт йырҙары» көнө. Иртәнге гимнастика һәм аштан һуң «Башҡорт йырҙары» көнөн астыҡ. Иң беренсе күңелле футбол үтте. Һәр ырыу төрлө костюмдар кейеп әҙерләнеп килделәр. Артабан йәш йырсылар конкурсы үтте. Был конкурста иң оҫта йырсылар итеп Үҫәргән ырыуы танылды.
Төшкө аштан һуң «Көйҙө таны» ырыуҙар араһында ярыш үтте. Һәр ырыу бик әүҙем ҡатнашты, һәм был сара бик оҡшаны.
I УРЫН- ҮҪӘРГӘН ЫРЫУЫ
II УРЫН – БӨРЙӘН ЫРЫУЫ
III УРЫН- ТАМЪЯН ЫРЫУЫ