Лагерь 20-се көн
Июнь 20, 2018
Просмотров: 44
20 июнь «Һөнәр эйәләре» көнө. Иртәнге гимнастиканан һуң һәр ырыуға эш бирелде: төрлө һөнәр эйәләрен сәхнәләштереп күрһәтеү. Үҫәргән ырыуы үҙҙәрен алдынғы итеп күрһәтте. Төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Һөнәрҙәрҙең күп булыуына һәм барыһының да кәрәкле икәненә төшөндөләр.
Төшкө аштан һуң асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсы булды. Һәр ырыуҙың һүрәттәре күңелгә ятышлы булды. Урамда дискотека үтте, башҡортса флешмоб бейенеләр, ритайымға төштөләр. Балалар бик ҡәнәғәт булдылар.