1. Родителям
  2. Новости
  3. “Алтын тирмә” интеллектуаль уйын

“Алтын тирмә” интеллектуаль уйын

Сентябрь 21, 2018 Просмотров: 375

Милли-мәҙәни традицияларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү һәм халыҡ араһында таратыу, йәмғиәттә һәм ғаиләлә берҙәмлекте нығытыу, халыҡты ауылдың тормошона нығыраҡ йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Алтын тирмә” интеллектуаль уйын-эстафетаһын ошо аҙнала Ишмырҙа ауылы биләмәһе ҡабул итте. Эстафетаны Бикеш ауыл биләмәһе тапшырҙы.

Шуныһы үҙенсәлекле, 20 сентябрь Ишмырҙа ауылы мәҙәниәт йортонда үткән сара яҡшы ойошторолоуы, районда бик тә үҙенсәлекле һәм милли колоритлы тағы бер проекттың уңышлы тормошҡа ашырыла барыуы менән хайран ҡалдырҙы. Ишмырҙалар бикештәрҙе мәҙәниәт йорто тупһаһынан уҡ матур тамаша, һый-хөрмәт менән ҡаршы алды һәм ошо ҡунаҡсыллыҡ байрам аҙағынаса дауам итте. – ”Алтын тирмә” уйын-эстафетаһы апрелдә башланып, октябргәсә дауам итәсәк һәм райондың барлыҡ 22 ауыл биләмәһен йәлеп ителде, – тип билдәләне үҙенең сығышында райондың йәштәр ҡоролтайы рәйесе Вадим Рәхмәтуллин. – Ул ике этапта ойошторола: тәүҙә ауыл биләмәләрендә үтә, һуңынан иң күп балл йыйған биш команда район кимәлендә көс һынаша. Был проект үҙ маҡсатына ирешер, иң-иңдәрҙе асыҡлар, мәҙәни тормошобоҙға нур өҫтәр, тип ышанабыҙ.

Артабан “Алтын тирмә” уйыны старт алды. Әйтергә кәрәк, бикештәр был сараға бик яуаплы әҙерләнгән булып сыҡты. Ауыл биләмәһенең ике “Йүкәләр” (капитаны Надир Солтанов) һәм “Ишмырҙа уңғандары” (капитаны Иҙел Монасипов) командалары араһында ярыш бик йәнле, мауыҡтырғыс барҙы. Командалар 3 турҙа көс һынашты, үҙҙәренең белемдәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараны, тәңкәләр йыйҙы. Һорау-һынауҙарҙың үҙебеҙҙең республика, район тарихы, халҡыбыҙҙың йолалары, мәҙәниәте, теле, рухиәте менән туранан-тура бәйле булыуы отошло ине. “Алтын тирмә” уйын-эстафетаһы ике ауыл биләмәләренең йырлы-моңло тамашаһы менән аралашып барҙы, уларҙың сығыштары барыһын да хайран ҡалдырҙы. Күңелдәрҙе дәртләндергән һәм рухландырған, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә, ғәзиз телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән, йәш быуынды йәлеп иткән был сара ысын мәғәнәһендә матур һәм милли колоритлы тамаша булыуы менән айырылып торҙо.