Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев иҫтәлегенә хәтер көнө
Сентябрь 27, 2018
Просмотров: 81
27 сентябрь Ишмырҙа ауылы мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ шағиры - Абдулхаҡ Игебаев иҫтәлегенә хәтер көнө үтте. Бәрәкәтле Баймаҡ ерендә тыуып-үҫкән талант эйәләре хаҡында белмәү, уларҙы иҫкә алыу мөмкин түгел.
Абдулхаҡ Игебаевтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу,телмәр һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтереү,шағирҙың әҫәрҙәре аша тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлау, һөйөү тәрбиәһен биреү, шағирҙың ижадына, поэзияға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйып төрлө саралар үткәрелде.
Уның тормош юлы һәм ижадына ҡағылған әҙәби дәрес үтте.
Викторина һорауҙарына яуап алынды.
Китапханала шағир хаҡында күргәҙмәлелек ҡуйылды.