1. Родителям
  2. Новости
  3. Беҙҙең икенсе йортобоҙ

Беҙҙең икенсе йортобоҙ

Октябрь 4, 2018 Просмотров: 48

Нимә ул тәбиғәт? Ул – беҙҙе уратып алған донъя: тауҙар, яландар, урмандар, күлдәр, йәнлектәр, ҡоштар. Ерҙә ятҡан бәләкәй генә япраҡ та, тәбиғәттең бер өлөшө. Ә кем һуң ул кеше? Кеше – ул тәбиғәт балаһы. Тимәк, беҙ ҙә тәбиғәттең бер өлөшө булып торабыҙ. Кеше өсөн тәбиғәт бик кәрәкле, сөнки аҙыҡты, кейемде,  тормошта кәрәкле әйберҙәрҙе ул тәбиғәттән ала. Икенсе төрлө әйткәндә, ул беҙҙең икенсе өйөбөҙ.

            Беҙ  йәшәгән йортобоҙҙо таҙа, матур, тәртиптә тотабыҙ бит. Шуға күрә,  тәбиғәтте лә шулай уҡ тоторға бурыслыбыҙ. Өйөбөҙ бола, бысраҡ, сүп-сар менән тулған булһа, һеҙ шатмы? Әлбиттә, юҡ!

            Бына беҙ тәбиғәтте ҡәҙерләйбеҙ. Ишмырҙа ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары аҙна һайын “Таҙа кесе йома” акцияһында ҡатнаша. Беренсе уҡыусылар ҡоролтайында һайланған Ишмырҙа ауылы мәктәбенең ҡоролтай ағзалары һәм уның рәйесе Ишмырҙин Айгиз менән “Таҙа Һаҡмар” акцияһында ҡатнаштыҡ, эргәбеҙҙәге Көҙән йылғаһын сүп-сарҙан таҙарттыҡ.  Юл буйынан ҡыйҙарҙы йыйып алғас, шоферҙарға ла  күңелле булып кикәндер әле таҙа юлда йөрөүе.

            Шуның өсөн, дуҫтарым, мин һеҙгә өндәшәм. Әйҙәгеҙ, тәбиғәтте һәр ваҡыт таҙартып, һаҡлап, бысратмай һәм ҡыйламай йөрөйөк. Уға иғтирам менән ҡарайыҡ һәм матурлығына һоҡланып йәшәйек.

 

 

Ишмырҙа ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Сыңғыҙова Ләйсән