Ветеран уҡытыусы – Сирусина Ғәлиә Ғәли ҡыҙын 60 йәше менән ҡотлау
60 йәш ул ҡатын уртаһы ғына,
Алда көтә яңы үрҙәрең.
Етмеш, һикһән, йөҙ йәшеңде туйлап,
Биҙәп ултыр табын түрҙәрен!
Балаларға яҡын терәк булып,
Бер-береңә булып ышаныс,
Таяныс та булып яҡындарға
Йәшәүе бит үҙе ҡыуаныс!
Тормош бәхет өсөн яратылған. Ә бәхет нимә ул? Һәр кеше уны үҙенсә аңлай. Кем өсөндөр был төшөнсә аҡса, хакимлыҡ, яҡшы эш урыны менән бәйле, ҡайһы берәүҙәр һәүетемсә генә, бер кемгә лә ҡамасауламай йәшәүҙе өҫтөн күрә. “Минең өсөн бәхет — ғаиләлә. Ҡәҙерлеләрем — балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем — менән бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, үҙ-ара килешеп йәшәйбеҙ,” - тип әйтә Ғәлиә Ғәли ҡыҙы.
Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Ишмырҙа ауылына килен булып төшкәндән алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә намыҫлы эшләй. Донъя көткәндә юлдарында осраған ауырлыҡтарға һәм һынауҙарға бирешмәй, балаларын ҙур тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Хәҙерге ваҡытта изге балалары илебеҙҙең төрлө ҡалаларында көн күрәләр, юғары вазифалы урында эшләйҙәр.
Ғәлиә Ғәли ҡыҙының 6 сентябрь тыуған көнө – 60 йәш тулыу айҡанлы, беҙ – тимур командаһы (8-9 класс уҡыусылары) ҡотларға барҙыҡ. Һәр ваҡыттағыса ул беҙҙе ихлас йылмайып ҡаршы алды. Матур шығыр юлдары, йыр-моң, сәскә гөлләмәһе менән ветеран уҡытыусыны хайран иттек. Уҙенең эшләү дәүерендәге хәтирәләр менән бүлешеп әңгәмәләшеп алдыҡ. Беҙҙе тағы лы Ғәли ҡыҙының шул тиклем әрһеҙ донъя көтөүе әсир итте. Ҡапҡанан килеп ингәндән алып: баҡса, ишек алды, өй эргәһе, һарайғаса тиклем төрлө-төрлө күҙҙе ҡамаштырырҙай сәскәләр гөлләмәһенең үҫеүе хайран ҡалдырҙы. Ғәлиә Ғәли ҡыҙы тимурсыларға сикһеҙ рәхмәтен әйтеп, һәр беребеҙгә сәскә, күстәнәстәр биреп, ҡәнәғәт булып оҙатып ҡалды.
Ҡәҙерле ветераныбыҙҙы тыуған көнө һәм уҡытыусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Күңелең һәр ваҡыт тыныс, донъяларың түңәрәк, ҡулдарың бәрәкәтле, эштәрең уңышлы, һаулығың ныҡлы, бәхетең тулы булһын! Балаларыңдың ҡыуаныстарын күреп, тормошоңдан йәм һәм мәғәнә табып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һиңә!