Ветеран- уҡытыусыларыбыҙҙың көнөнә арналған байрам кисәһе!
Өр-яңынан донъя асыла. Шул мәктәптең изге ҡото
Асыла бер ябай һүҙҙән. Йәме, моңо, нуры, уты,
Бөйөк һүҙҙән – Мәктәп тигән: Һәр саҡ ҡала һыны менән,
Әлифбаның А-һы кеүек Һүҙе менән уҡытыусы!
Ул һүҙ ҡанға-аңға һеңгән.
1994 йылдың 5 октябренән башлап бөтә Рәсәй Уҡытыусы көнөн байрам итә. Йыл һайын беҙ ошо датаны көтөп алабыҙ, уҡытыусыларҙы ҡотлайбыҙ. Был көн эскерһеҙ йылмайыуҙар, шат тауыштар һәм йөрәк төбөнән сыҡҡан изге теләктәргә күмелә, сөнки 5 октябрь - иң ихтирамлы кешеләрҙең профессиональ байрамы.
Ә кем һуң ул уҡытыусы? Әлбиттә, ул мәктәптә белем биреүсе кеше, тип әйтерһегеҙ, әммә был тик тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай. Уҡытыусы эше асылда бик ҡатмарлы. Һәр бер уҡыусыға айырым килешеү, үҙенсәлекле иғтибар кәрәк. Балала уҡыуға теләк уятыу – шулай уҡ уҡытыусының ҙур бурысы. Шуға күрә йыл да уҡытыусыларыбыҙҙы лайыҡлы байрамдары менән ҡотларға ашығабыҙ.
Ауылыбыҙҙа уҡытыусы һөнәренә вазифаһы менән генә түгел, ә бөтә булмышы, йәне-тәне менән бирелгән, ошо өлкәлә киң йәмәғәтселектең оло абруйын ҡаҙанған ауылдаштарыбыҙ бик күп. Мәктәп тарихына бәҫ өҫтәүсе уҡытыусыларыбыҙҙы ололап хөрмәт итәбеҙ, уларға маҡтау һәм ҡотлау һүҙҙәре әйтәбеҙ.
Сара башланғыс класс уҡыусыларының мәктәп алдында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙары менән башланды. Балалар концерт залында ветерандарҙы йыр-моң, дәртле бейеүҙәре менән әсир итте. Республикабыҙҙа популярлыҡ яулаған “Алтын тирмә” уйыны (ике команда арыһында) бик сәмле барҙы. Ветерандар килеүҙәренә бик шат булып, күтәренке кәйеф менән таралыштылар.