1. Родителям
  2. Новости
  3. «Уҡыусылар ҡоролтайы – 2018”

«Уҡыусылар ҡоролтайы – 2018”

Октябрь 24, 2018 Просмотров: 28

Бөтә Рәсәй “Йәшә, урман!” акцияһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы “Үҙ ағасыңды ултырт” экологик акцияһын уҙғара. Сара төп тәғәйенләшенән тыш тәбиғәткә, урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатын да ҡуя. Акцияға Ишмырҙа ауылы мәктәбенең уҡыусылар ҡоролтайы ла ҡушылды. “Был акцияға ҡушылыуыбыҙҙың маҡсаты булып тирә-яғыбыҙҙағы йәшеллекте һаҡлау һәм ҡурсалау “ – тип яуап ҡайтарҙы ҡор етәксеһе Ишмырҙин Айгиз.   

16 октябрь көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, уҡыусылар мәктәп биләмәһенә тапшырылған майҙанға барып егерме төп ҡарағай ултырттылар һәм “Уҡыусылар ҡоролтайы аллеяһы” исеме бирҙеләр. Улар үҫентеләр нығынып киткәнсе тәрбиәләп торорға тейеш.
Ысынлап та, үҙебеҙҙең тәбиғәтебеҙҙе үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, берәү ҙә ситтән килеп ярҙам итмәҫ. Йылдар үтеү менән үҙебеҙ ултыртҡан ағастар  матурланып, тирә-яҡҡа йәм биреп торор, тип ышанабыҙ.
Эйе, ағас ултыртыу - ул ябай эш. Тик ошо ябайлыҡты оло кимәлдә  ойошто-роу -  оло хөрмәткә, ҙур ихтирамға лайыҡ. Ошо хөрмәтебеҙ, сикһеҙ рәхмәтебеҙ, әлбиттә, мәктәбебеҙ директоры Иҙел Мөхтәр улы Монасиповҡа. Уға имәндәй ныҡлы һаулыҡ, ауыр эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.