1. Родителям
  2. Новости
  3. “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Мөхәмәтшин Азамат Салауат улы менән осрашыу

“Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Мөхәмәтшин Азамат Салауат улы менән осрашыу

Октябрь 31, 2018 Просмотров: 281

18 октябрь Ишмырҙа ауылы мәктәбендә уҡыусылар ҡоролтайы ойоштороп баҫтырған “Ололау хәбәрҙәре” тигән исемле баҫмаға  арналған “түңәрәк өҫтәл” үтте. Сараға билдәле журналист “Һаҡмар” гәзите мөхәррире Мөхәмәтшин Азамат Салауат улы, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡыусылар, мәктәп директоры саҡырылды.
Һөйләшеүҙе алып барған башланғыс кластар уҡытыусыһы - Гөлфиә Нотфулла ҡыҙы район үҙәгенән килгән ҡунаҡҡа мәктәптә сыҡҡан тәүге гәзит баҫмаһы  һәм йәш хәбәрселәр менән таныштырып үтте. Журналист уҡыусылар хеҙмәтен хупланы. Әйткәндәй, Азамат Салауат улы үҙе мәктәп йылдарында уҡ йәш хәбәрселәр рәтендә була.   Уҡыусыларға ижади үрҙәр, бының менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа, тағы ла яңы рубрикалар өҫтәргә саҡырҙы. Йәш хәбәрселәр өсөн был осрашыу бик мөһим булды, сөнки тәжрибә тупланылар, үҙҙәренә күп яңылыҡ алдылар.