1. Родителям
  2. Новости
  3. Ҡайҙа үлем һатылыуы хаҡында, хәбәр ит!

Ҡайҙа үлем һатылыуы хаҡында, хәбәр ит!

Ноябрь 20, 2018 Просмотров: 39

Ишмырҙа ауылы мәктәбе “Ҡайҙа үлем һатылыуы хаҡында, хәбәр ит!” исемле акцияһында ихлас ҡатнашты.

Класс етәксеһе Хажиәхмәтова Г.Н. “Тәмәке, наркотик һәм баласаҡ” исеме аҫтында класс сәғәте үткәрҙе. Наркотиктарҙың сәләмәтлек өсөн зарарлы икәнен төшөндөрҙө, тәмәкенең зарарлы булыуын аңлатып үтте, аңлы рәүештә уларҙы ҡулланмаҫҡа өйрәтте һәм балаларҙа сәләмәтлек тойғоһо тәрбиәләне.

Класс етәксеһе Монасипова Л.М. «Сәләмәт тәндә - сәләмәт аҡыл.» исемле класс сәғәте үткәрҙе. Үҙеңде сәләмәт тормошҡа яраҡлаштырыу, насар ғәҙәттәрҙе булдырмау хаҡында әңгәмә ойошторҙо. Сәләмәт булыу өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк икәнен иҫкә төшөрҙөләр. Эш менән ялды дөрөҫ ойошторорға , гигиена ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә, сәләмәтлекте нығытыу өсөн тәбиғәт байлыҡтарынан: ҡояш, һауа,һыуҙан - киң файҙаланырға саҡырҙы.


Насар ғәҙәттәргә нимәләр инә әле һуң?

Нимә ул наркотиктар?

Наркоманиянан дауаланыу мөмкинме?

Ошо һорауҙарға яуаптарҙы Уҡыусылар Советы ағзалары табырға ярҙам иттеләр. Улар линейкала наркотиктарҙың кеше организмына, нервыһына, психикаһына нисек тәҫьир итеүе хаҡында әйттеләр. Насар ғәҙәткә юл ҡуймаҫҡа, унан һаҡланырға кәңәш бирҙеләр.