1. Родителям
  2. Новости
  3. Өфө яңылыҡтары һөйләй!

Өфө яңылыҡтары һөйләй!

Ноябрь 23, 2018 Просмотров: 61

Хәҙерге ваҡытта телевидение киң үҫешкән тармаҡ, уның кешегә оператив мәғлүмәт еткереү алымдары йылдан-йыл камиллаша бара. Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы уҡыусылары ла мәктәп яңылыктарын үҙҙәре аскан телевидение һәм баҫма аша таныштырырға ҡарар иткән.

Мәктәп телевидениеһы
Мәктәп телевидениеһы


Иртәнге линейка аҙналык хәбәрҙәр менән танышыуҙан башланды. Экранда бер юлы өс диктор, видеосюжеттар урынына бер бер артлы куйылған фоторәсемдәр. Барыһы ла телефонға төшөрөлгән һәм әҙер эфир видеопроэктор аша тамашасыларға күрһәтелә. Күптән тугел мәктәп телевидениеһы кастинг үткәреп даими дикторҙар булдырған. Хәҙер урындағы хәбәрҙәр менән Айзилә Тотманова һәм Айгиз Иҫәндәүләтов таныштырасак.


Ләйсән Монасипова, инглиз теле уҡытыусыһы: “БСТ, Тамыр телеканалдарын ҡарап, дикторҙарҙың эфир алып барыуын өйрәнәм. Өйрәнгәнемде балаларға өйрәтәм. Балалар ҡыйыулана, телмәрҙәре шымара”.


Үҙенең телевидениеһы ғына түгел, урындағы баҫмаһы, хатта королтайы булған мәктәптәр йыш күренеш түгел. Педагог Гөлгөнә Уҙәкина етәкселегендәге бер төркөм “Оло тау хәбәрҙәре” тигән баҫманың икенсе һанын әҙерләй.


Ынйыгөл Шәйәхмәтова, "Оло тау хәбәрҙәре" гәзите мөхәррире: “Беҙ “Оло тау” гәзитенең хәбәрселәре булып эшләйбеҙ. Мәктәптә үткән төрлө сараларҙы яҡтыртырға тырышабыҙ”.



Гөлгөнә Үҙәкина, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: “Уҡыусылар был эшкә ҡыҙыҡһынып тотондолар. Аҙна һайын төштән һуң йыйылып, үткән саралар тураһында әңгәмә ҡорабыҙ”.


Мәғлүмәт технологиялары үҫешкән заманда бер мәктәп эсендә ТВ ойоштороу йәки гәзит сығарыу әллә ни ауырлыктар тыуҙырмай. Ләкин мәкәлә яҙыу йә иһә эфир сығарыу укыусыларҙан профессиональ кимәл талап итә.

Балаларҙы экранда эшләргә, мәҡәлә яҙырға, ижади эҙләнергә өйрәткән был шөғөл әлбиттә киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк.


Айгиз Ишмырҙин, мәктәп ҡоролтайы етәксеһе: “Башҡорт телен үҫтерер өсөн мәктәбебеҙ төрлө эштәр алып бара. Беҙҙә рәхмәт хаттары, ҡотлауҙар, иғландар тик башҡорт телендә баҫтырыла”.


Мәктәп белем үҙәге генә түгел, тәрбиә биреү һәм алыу урыны ла. Бөгөнгө тормош үҙе балаларҙын йәштән инициативалы, ҡыйыу һәм һәр өлкәлә лә һөнәрмән булыуҙарын талап итә.