1. Родителям
  2. Новости
  3. ИР - ЕГЕТТӘР СПАРТАКИАДАҺЫ СТАРТ АЛДЫ.

ИР - ЕГЕТТӘР СПАРТАКИАДАҺЫ СТАРТ АЛДЫ.

Февраль 13, 2019 Просмотров: 70

9 февраль көнө, Ишмырҙа ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбендә ир-егеттәр араһында  спартакиада старт алды. Сараның  ойоштороусылары -  ауыл биләмәһе һәм ир-егеттәр ҡоро ағзалары. Ишмырҙа ауылының урамдары  араһындағы ярыш, Башҡортостан Республикаһының  100 йыллығына бағышлана. Ярыш мәктәп уҡыусылары һәм  ауыл хакимиәте башлығы менән берлектә, тантаналы рәүештә асылды.

Был аҙнала  командалар волейбол ярышында уйнап көслөләрҙе асыҡланы. Икенсе аҙнала баскетбол уйыны дүрт командалары араһында үтәсәк. Спартакиадала ҡатнашыусылар ай  дауамында  баскетбол, волейбол, хоккей, саңғы ярышы, шашки, шахмат, теннис, “Йәгеҙ әле, егеттәр!”   буйынса көстәрен һынаясаҡтар.

Волейбол буйынса  “Осҡон”  командаһы иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, икенсе урында – “Ихлас”тар булһа, өсөнсө урынды – “Крәҫтиәндәр” алды.
Спорт ярышында етеҙҙәр һәм көслөләр генә еңә, әммә еңелеү ҙә ир-егеттәрҙең  кәйефен төшөрә алманы. Ғөмүмән, улар был уйындарҙан бик ҡәнәғәт ҡалды.  Ә инде спартакиада буйынса  йомғаҡ ай  аҙағында  яһалып, еңеүселәр март башында тәбрикләнәсәк.