Мәктәптә - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы
11 февралдән алып 16 февралгә тиклем мәктәп күләмендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы уҙҙы. Аҙналыҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры – Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыллыҡҡа арналды һәм “Беҙҙең илдең йәме” тигән дивиз аҫтында үтте. Аҙналыҡҡа план төҙөлдөһәм түбәндәге саралар уҙғарылды.
Дүшәмбекөндө аҙналык башланып китте, бәйгеләр иғлан ителде. Башҡортостандың халыҡ шағиры - Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы буйынса викторина уҙғарылды. Уҡыусылар викторина һорауҙары аша бығаса иғтибар итмәгән ваҡиғалар тураһында белеп ҡалдылар, белемлеләр белемдәрен күрһәттеләр. Әфләтүнова Нурзилә (8 кл.), Данил Мырҙабаев (8 кл.), Ишмырҙин Азамат (7 кл.), Шәйәхмәтова Ынйыгөл (8 кл.), Иҫәндәүләтов Айгиз (7 кл.) уҡыусылары юғары бал алдылар.
“Ҡөҙрәтле һүҙ оҫтаһы, ил уҙаманы” исеме аҫтында ижад юлы буйынса тест башҡарылды. Уҡыусыларға төрлө мауыҡтырғыс биремдәр тәҡдим ителде. “Кем отҡор һәм етеҙ?” конкурсында еңеүселәр булып Сапарова Алтынай 5 (кл.), Ниғәмәтов Илнар (5 кл.), Кисинбаева Гөлзифа (8 кл.) билдәләнде.
“Ижадынан бөтмәҫ көс алабыҙ” исеме аҫтында реферат конкурсында иң уңышлыһы булып Игебева Нурияныҡы (5 кл.) һаналды.
14 февраль көнө “Мин бит бөтә ғүмерем буйы бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ” – шиғырҙарын ятлау конкурсы уҙҙы. Ярышта башланғыс класс уҡыусылары әүҙемлек күрһәттеләр һәм түбәндәге ҡыҙҙарға етеүселәр булманы:
- Ниғмәтова Айгүзәл (2 кл.),
- Тотманова Әдилә (4 кл.),
- Әфләтүнова Нургизә (4 кл.)
“Йөрәктәргә һүнмәҫ урын алдың...” инша конкурсы 5-9-сы кластар араһында үтте. Бында 6-сы класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Еңеүселәр тип Ҡунаҡҡолова Яҙгөл (9 кл.), Тотманова Айзилә (6 кл.) билдәләнде.
М.Кәрим әҫәрҙәренән һүрәт төшөрөү конкурсында түбәндәге уҡыусыларҙың хеҙмәте иң оҫта һүрәт төшөрөүселәр тип һаналды:
- Байбулатов Динислам (6 кл.)
- Үлйәбаева Рүзилә (6 кл.)
- Игебаева Таңсулпан (6 кл.)
15 февраль көндө башҡорт халҡының күренекле шәхестәренең береһе Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлына бағышлап әҙерләнгән әҙәби-музыкаль кисә бөтәһенә лә оҡшаны. Илебеҙҙә киң танылған башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиле, һоҡландырғыс һүҙ оҫталарының береһе булып – Мостай Кәрим тора. Уның “Рус түгелмен ләкин россиянмын” шиғырын тотош мәктәп коллективы һәм уҡыусылары һөйләне (видео күрһәтелде). Мостай Кәрим – республикабыҙҙа ғына түгел, төрлө ерҙәрҙә, төрлө халыҡтарҙа ла оло абруй, ҙур ихтирам яулаған халыҡ шағиры. Кисәгә Ишмырҙа ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханасы – Ризуанова Әнисә Фәрит ҡыҙының килеүе тағы ла мәртәбә өҫтәне. Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ булһын? Башланғыс класс уҡыусыларының М.Кәрим шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарын башҡарыуҙары бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Һәр бер класс тип әйтерлек яҙыусы, драматургтың әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштерҙеләр: “Беҙҙең өйҙөң йәме” (5 кл.), Өс таған (4,6-7кл.), “Айгөл иле” (8 кл.). Уҡыусыларының сығышы барыһыны ла оҡшаны. Әҙәби-музыкаль кисә йырҙар, шиғырҙар, видео-презентациялар менән үрелеп барҙы.
Аҙна барышында берәү ҙә буш торманы, уҡыусылар бик әүҙем булдылар. 18 февраль көндө аҙналыҡҡа йомғаҡ яһалды. Бөтә узғарылған сараларҙа ҡатнашҡан уҡыусыларға рәхмәт әйтелде, маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырылды. Дөйөм алғанда, аҙналыҡ шау-гөр килеп үтте. Һәр кемдең күңелендә матур иҫтәлектәр ҡалды.