1. Родителям
  2. Новости
  3. Мәктәп уҡыусылары “Һыбай йөрөү” түңәрәгендә шөғөлләнәләр

Мәктәп уҡыусылары “Һыбай йөрөү” түңәрәгендә шөғөлләнәләр

Март 1, 2019 Просмотров: 77

Ат- кешенең тоғро дуҫы һәм ярҙамсыһы. Элек-электән кеше атты үҙенең күп төрлө хужалыҡ эштәрендә файҙаланған. Һуғыш йылдарында ла ул яугирҙың уң ҡанаты булған. Боронғо күсмә тормош шарттарында ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һыбай йөрөгән.

Мәктәптә быйылғы уҡыу йылында ата-әсәләр тарафынан ойошторолоп “Һыбай йөрөү” түңәрәге эшләй башланы. Уҡыусы малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙур ихласлыҡ белдереп түңәрәккә йөрөүҙәрен дауам итәләр.

Атта йөрөү бөгөнгө көндә спорттың киң таралған төрө булып һанала. Бындай ярыштарҙың ҡайһы берҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша.

Ҡыҙҙарға атта йөрөргә ярамай тигән һүҙҙең, медицина күҙлегенән ҡарағанда, бер ниндәй фәнни нигеҙе юҡ. Күңелегеҙ теләй икән, рәхәтләнеп йөрөгөҙ. Бөгөн ҡыҙҙар ҙа килеп беренсе тапҡыр һыбай йөрөнөләр. Түңәрәкте Ишмырҙа ауылында йәшәүсе Рәхимов Иршат Алмас улы етәкләй.