1. Родителям
  2. Новости
  3. Ҡатын-ҡыҙҙар спартакиадаһы ябылды!

Ҡатын-ҡыҙҙар спартакиадаһы ябылды!

Март 22, 2019 Просмотров: 111

Ауыл хакимиәте ир-егеттәр ҡоро менән берлектә етенсе марттан ун алтынсы мартҡа тиклем ауылыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар  спартакиадаһы  уҙғарҙы.

Ишмырҙа ауылының урамдары  араһындағы ярыш Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуының йөҙ йыллығына бағышланды. Спартакиаданың иң аҙаҡҡы сараһы булып –“Тышта саф һауа – әйҙә, уйнарға!” конкурсы булды. Һәр команда ҡышты оҙатыу сараһына өҫтәл әҙерләп биҙәне. Ихлас әйҙәләүҙәр менән һыңар саңғыла йүгереү, сәкән һуғыу, таҡмаҡ әйтеү, ҡаршылыҡлы эстафеталар булды.

Мәрәйҙәр иҫәбе буйынса 1-се урынды “Ҡартаямы һүң,  йөрәк!” (30) командаһы, 2-се урынды “Ишмырҙа” һәм “Бал ҡорттары” (29)  бүлеште, 3-сө урынды “Йүкәләр” (27) командаһы, 4-се урынды “Супер әсәйҙәр” (26), 5-се урынды “Непоседы”(25),    6-сы  урынға “Таң нурҙары” (15) лайыҡ булды.

Әйткәндәй, бындай байрам ауыл халҡына бик оҡшаны.  Спартакиаданың  маҡсаты булып: ҡатын-ҡыҙҙарҙың  ижади һәләтен үҫтереү, мәҙәниәтле ял итеү, сәләмәт тормошто пропагандалау булды. Рәхмәт һүҙҙәрен ауыл хакимиәте башлығы - Ҡашкаров Заһит Мәүлетдин улына, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан тиҫтәләрсә йыл уҡыусыларға спортҡа һөйөү тәрбиәләгән Йәйләев Заһит Зәки улына, Фәйзуллин Азамат Сәлих улына, бағымсылар - Рәсүлев Радик Ғәйнислам улына, Әфләтүнов Марсель Әхмәт улына, Тотманов Рәүил Рәмил улына һәм ойоштороусы – Үҙәкина Гөлгинә Мирғәле ҡыҙына еткерәбеҙ. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ!

Байрам күтәренке кәйеф һәм рух менән тамамланды. Бит остары алһыуланған, күҙҙәре янып торған, ирендәренән йылмайыу китмәгән ҡатын-ҡыҙҙар саф һауала ял итеп кенә ҡалманы, сәләмәтлеген нығытты, күптән күрешмәгән дуҫ-туғандары менән аралашты.