Ҡайҙа үлем һатылыуы хаҡында, хәбәр ит!
Март 22, 2019
Просмотров: 57
Ишмырҙа ауылы мәктәбе “Ҡайҙа үлем һатылыуы хаҡында, хәбәр ит!” исемле акцияһында ихлас ҡатнашты.
Насар ғәҙәттәргә нимәләр инә әле һуң?
Нимә ул наркотиктар?
Наркоманиянан дауаланыу мөмкинме?
Ошо һорауҙарға яуаптарҙы Уҡыусылар Советы ағзалары табырға ярҙам иттеләр. Улар линейкала наркотиктарҙың кеше организмына, нервыһына, психикаһына нисек тәҫьир итеүе хаҡында әйттеләр. Насар ғәҙәткә юл ҡуймаҫҡа, унан һаҡланырға кәңәш бирҙеләр.