Ҡәҙерле ауылдаштар!
Апрель 24, 2019
Просмотров: 81
30 апрель Ишмырҙа ауылы мәктәбендә ШӘЖӘРӘ байрамыуткәреләсәк. Уҡыусылар ҡоролтайының ойошторолоуына бер йылтулыу айҡанлы үткәреләсәк йыйын быуындар бәйләнешенә арнала. Шәжәрә - ырыу тарихы, быуындар йылъяҙмаһы. Шәжәрә - ижтимағи-сәйәси документ, тарихи сығанаҡ та. Бына шуның өсөн дә башҡорт балаһы кәмендә ете быуын ата-бабаларын белергә тейеш .
Бөгөн иһә шәжәрә байрамы – туғандар байрамы, бер ата-бабанан таралған ырыуҙаштар байрамына әҙерлек эштәре бара. Тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү ҙә ул.
Беҙ түгел ерҙә исемһеҙ,
Тарихты байҡа ғына.
Рәхимитегеҙтуғандар!
Шәжәрәбайрамына!
Сара сәғәт 12-00 башлана, үткәрелеү урыны Ишмырҙа ауылы мәктәбе.