Олотау тауын таҙарттыҡ
Апрель 27, 2019
Просмотров: 38
Уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары Ишмырҙа ауылы эргәһендә урынлашҡан Олотау тауын ҡый сүп-сарҙан таҙарттылар. Ауылыбыҙҙың йәме булып торған тауҙарыбыҙҙың береһе ҡот осҡос хәлдә. Ошо тауҙың ҡәҙерен белеп, уны һаҡлап йәшәргә лә йәшәргә ине беҙгә. Ләкин…
Ләкин күптәр ниңә тәбиғәтте аңламай икән? Ниңә бөгөнгөнө, киләсәкте уйламай икән?
Тәбиғәтебеҙ көндән-көн һарғая. Кешеләрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында тауҙар бысрана.
Әйҙәгеҙ, ошо ауылыбыҙҙа саф һауа һулап, рәхәтләнеп йәшәйек. Ошо күркәмлекте киләсәк быуынға ла ҡалдырайыҡ!
Тәбиғәттең матурлығын
Һоҡланышып ҡарайыҡ.
Ошо матур донъяны
Дуҫтар, әйҙә һаҡлайыҡ!
Тыуған илде һаҡлайыҡ!