Ишмырҙа мәктәбендә 9-сы класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау байрамы үткәрелде
25 май, Ишмырҙа мәктәбендә 9-сы класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау байрамы үткәрелде. Һуңғы ҡыңғырау байрамы уҡыусылар араһындағы Ҡоролтай ырыуҙарының рапорт биреүҙәре менән башланды. Тәүге һүҙҙе, мәктәп директоры Мөнәсипов Иҙел Мөхтәр улы башлап ебәрҙе. Иҙел Мөхтәр улы сығарылыш уҡыусыларҙы ҡотлау һүҙҙәре менән тәбрикләп, алдағы торған имтихандарҙы уңышлы тапшырырға тип әйтте. Һуңынан, Баймаҡ районынан килгән ҡунаҡтар, 1 класка ҡурсалап алған класс етәксеһе Зөһрә Рәшит ҡыҙы үҙенең 1 класс уҡыусылары менән һәм ата-әсәләр ҡотланылар. Ҡыңғырау байрамын 9 класс уҡыусыларының етәксеһе Гөлгөнә Мирғәле ҡыҙы алып барҙы. Һуңғы ҡыңғырауҙы уҡыу алдынғылары, 1-се класс уҡыусыһы Мөнәсипова Лилиә Мөхтәр ҡыҙы һәм 9-сы класс уҡыусыһы Кунакколова Яҙгөл Әшрәф ҡыҙына бирелде. Байрам сараһы йырҙар менән һәм сығарылыш уҡыусыларының вальс бейеүҙәре менән тамамланды.