Мәктәп янындағы "Ҡояшҡай" лагеры үҙ эшен башланы
Бөгөн, 1 июнь балаларҙы яҡлау көнө, мәктәп янындағы "Ҡояшҡай" лагеры үҙ эшен башланы. Байрам тантаналы линейка менән асылды. Тәбрикләү һүҙе менән мәктәп директоры Мөнәсипов Иҙел Мөхтәр улы башлап ебәрҙе. Ул балаларҙы бөгөнгө байрам менән ҡотланы. Йәйләү етәксеһе Хажиәхмәтова Гөлфиә Нотфулла ҡыҙы программалар менән таныштырып үтте, балаларҙы тәбрикләне. Тәрбиәселәр менән берлектә мәҙәниәт хеҙмәткәре Хазина Мирғәле ҡыҙы балаларҙы төрлө уйындарға йәлип иттеләр. Бөтә саралар ошо байрамға арналды. Бөрйән, Тамъян, Үҫәргән ырыуҙары балалары ярыштарҙа әүҙем ҡатнаштылар: төрлө уйындар уйнанылар, кинофильм ҡаранылар, асфальтҡа һүрәт төшөрҙөләр. Байрам бик күңелле һәм фәһемле үтте.
Шул уҡ көндө ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу булды.Улар юл йөрөү ҡағиҙәләре хаҡында бәйән иттеләр. Мәктәп коллективы һәм уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары Баймаҡ районының ЮХХДИ инспекторҙарына оло рәхмәтен еткерә. Эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете, ҡоростай һаулыҡ һәм именлек теләй. Юлдағылар имен булһын!