“Ҡояшҡай” йәйләүенең дүртенсе көнө бик ойошҡанлы башланды
“Ҡояшҡай” йәйләүенең дүртенсе көнө бик ойошҡанлы башланды. Иртәнге күнекмәләрҙән һуң балалар площадҡаға сығып, йүгереүгә бәйле төрлө уйындар уйнанылар. Ике төркөмгә бүленешеп флаг алыштылар, уйын тигеҙ иҫәп менән тамамланды. Ырыуҙар “Йылан”, “Йәшерем яулыҡ”, “Өйрәк атыш” уйынын уйнанылар.
Күңелле уйындар бүлмәләрҙә лә дауам итте: “Һаңрау телефон”, “Йәшен, ямғыр, дауыл”һ. б. иғтибарҙы тикшереүгә булған уйындар уйнанылар.
Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Йомаҡтар кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың, тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. Йомаҡтар айырым предметтың билдәһен икенсе бер предметҡа, күренешкә күсереү нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шуға күрә улар тормоштағы конкрет предметтар, күренештәр менән бәйләнгән. «Йомаҡ» атамаһы башҡорт халҡында йомоу һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни йомаҡ - ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер. Татар халҡында ул «табышмаҡ» тигән исем менән йөрөй һәм «тамырын табыу» тигән һүҙ менән аңлатыла. Татар фольклорында ла 20-се быуат баштарына тиклем табышмаҡ менән бер рәттән йомаҡ атамаһы ла киң ҡулланылған. Табышмаҡ атамаһы әзербайжан,төрөкмән, уйғыр,алтай, ә йомаҡ - ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ,ҡумыҡ телдәрендә ҡулланыла. Рус фольклористикаһы иһә “загадка” һүҙенең килеп сығышын “гадать” һүҙенән сығып аңлата.
Төшкө аштан һуң “Ҡояшҡай” йәйләүендә йомаҡтар ҡойоу башланды. Тәүҙә өйҙә әҙерләп килгән йомаҡтарҙы ҡапма - ҡаршы әйтештеләр, аҙаҡ әйҙәүселәр әҙерләгән йомаҡтарҙың башын, йәки дауамын әйттеләр, ребус систеләр, бирелгән кроссвордты тултырып, яҙылған һүҙгә йомаҡ уйлап сығарҙылар. Барыһы ла әүҙем булды, шулай ҙа “Тамъян”дар беренселекте бирмәне.
Көн аҙағында балалар үҙҙәре яратҡан “Көтөүсе” уйынын уйнаны. Әйҙәүселәр яңы “Һыҙыҡ - черта” уйын өйрәтте, балаларға был уйын бик оҡшаны.
Көн фәһемле, бик ҡыҙыҡлы үтте.
Йомаҡтар бәйгеһендә “Тамъян”дар беренселекте бирмәне.
Афарин!