Лагерь, 5-се көн
Лагерҙың, 5-се көнө башланды.
Бөгөнгө көн дә бик ойошҡанлы үтте. Иртәнге күнекмәләрҙән һуң балалар "Матурлыҡ" тураһында һөйләшә башланылар. Әйҙәүселәр "Нимә ул матурлыҡ?" тип һорап та өлгөрмәне, балалар матурлыҡты кешелә, тәбиғәттә, музыкала, һүрәттә, ҡош тауышында һ.б. күрәбеҙ тинеләр.
Ырыу ағзалары "планеталар буйлап сәйәхәт" итте. "Сәйәхәт" барышын шарға төшөрөп барғандар, ҡайтҡас, нимә күргәндәрен һөйләнеләр: сит планета ла һыйыр, һыйыр, ҡоштар, тюлендәр бар икән, "сәйәхәт" бөтәһенә лә оҡшаны, унда ла бик матур күренештәргә осрағандар.
Сарала ҡатнашыусылар йыр — бейеү яраталар икән. "Бишбармаҡ", "Перовский", "Ете ҡыҙ", "Беләҙегем йөҙөгөм" бейеүен бейенеләр. Ҡыҙҙар йырларға яраталар икән, улар Фирүҙә Париждың йырҙарын йырлап ишеттерҙеләр.
Тәнәфес араһында "Ҡул биреш", уйынын уйнанылар. Яңылышҡан осраҡта "яза" бирҙеләр, берәү ҙә үпкәләшмәне, шат күңелдән "яза" ны үтәнеләр.
Киләһе тәнәфестә "Биш дәрес" исемле ярыш үтте. Унда ике команда ҡатнашты, ҡыҙҙар ҡалаҡлап һыу ташыны: малайҙар оҫталыҡтарын күрһәтте, таяҡты бысты, ҡаҙау ҡаҡты; сиратлап һыйыр һүрәтен төшөрҙөләр, үҙ һүрәттәрен яҡланылар.
Көндөң икенсе яртыһы ла бик күңелле барҙы, ырыу ағзалары башҡорт халыҡ уйындарын уйнанылар.
Бөтә сараларҙа ла Мөрсәлимов Айтуған, ағалы-ҡустылы Сырлыбаевтар, Хажиәхмәтова Илгинә, Монасипова Лилиә, Бөтәнбаева Гүзәл, Әфләтүнова Нургизә, Кинйәбаева Илзидә һәм башҡалар әүҙем булдылар.