Лагерҙың 6-сы көнө
Июнь 6, 2019
Просмотров: 48
Бөгөнгө көн башҡорт халыҡ таҡмаҡтарына арналды. Һәр ырыу таҡмаҡтар әйтеү бәйгеһендә ихлас ҡатнашты. "Тамъян" ырыуы еңеүсе булды.
Шулай уҡ стадионда төрлө уйындар уйнаныҡ, ярыштыҡ.
6 июнь — бөйөк рус яҙыусыһы А.С. Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тулыу айҡанлы, йәйләүҙә, балалар шиғырҙар һөйләнеләр, әкиәттәр сәхнәләштерҙеләр.
Кесаҙна-өмәләр көнө. Шул айҡанлы мәктәптең тирә— яғы сүп-сарҙарҙан таҙартылды.