7-се көн лагерҙа
Лагерҙың 7-се көнө башланды. Олимпия уйындары көнө. Олимпия уйындарының боронғо Грецияла барлыҡҡа килгән. Йәйге уйындар 1986 йылдан, ә ҡышҡы-1924 йылдан бирле үткәрелә. Олимпия уйындарын ниндәй ил үткәрә, ул үҙенең иле тураһында театрлаштырған тамаша күрһәтә. Үҙәк стадион буйлап һәр илдең спортсмендары флаг күтәреп үтәләр. Асыу тантанаһы олимпия утын тоҡандырыу менән башланып китә.
Уҡыусылар Олимпия уйындары тураһында видеофильм ҡаранылар. Беҙҙең илдә йәйге уйындар 1980 йылда Мәскәүҙә, ә ҡышҡы уйындар 2014 йылда Сочи ҡалаһында уҙғарылғанын иҫкә төшөрҙөләр.
Беҙҙең уҡыусылар ҙа һәр ырыу менән ярыштар уҙғарҙы.. Флаг менән эстафеталар, туп менән төрлө ярыштар күңелле үтте. Тамъян ырыуы еңеүсе булды. Уҡыусылар бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалды.