1. Родителям
  2. Новости
  3. “Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры үҙенең эшен тамамланы

“Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры үҙенең эшен тамамланы

Июнь 22, 2019 Просмотров: 96

     “Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры үҙенең эшен тамамланы.

        Иртәнге күнекмәләр эшләгәс, балалар ауыл китапханаһына экскурсиға барҙы. Китапханасы балаларға Салауат Юлаев тураһында, ә балалар Салауаттың шиғырҙарын һөйләне, Салауат тураһында йырҙар йырланы, яҙыусыларҙың Салауат тураһындағы әҫәрҙәре менән танышты.

          Көндөң икенсе яртыһында йәйге һауыҡтырыу лагерында “Алло, таланттар эҙләйбеҙ” исемле музыкаль сара үтте. Был сара таланттар эҙләү менән бер рәттән быйылғы һауыҡтырыу лагерының йомғаҡлау сараһы ла булып торҙо. Сығыштар араһында ниндәй генә музыкаль номерҙар булманы: шиғыр – әкиәт һөйләнеләр, күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр, “Урал батыр”эпосын яттан һөйләүселәр һ.б. Һәр сығыш яһаусы бүләк алып ҡыуанды.                 

      Мәктәп директоры Иҙел Мөхтәр улының йәйләүҙе ябыу тантанаһында ҡатнашып, Мырҙабаев Данил һәм Гөлмәрйәмгә “Аманат” журналының ярты йыллыҡҡа яҙылыу квитанцияһын тапшырыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Рәхмәт, Иҙел Мөхтәр улы. Изгелегегеҙ онотолмаҫ, иҫән – һау булығыҙ.         

     Бөгөнгө көн  бөтәһе лә оҡшаны, ял итеүселәрҙең өйҙәренә ҡайтырға ашыҡмауы әйҙәүселәрҙең күңелен күтәрҙе. Афарин!

      Һау бул, “Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры!