1. Родителям
  2. Новости
  3. 9 класс уҡыусылары өсөн сығарылыш тантанаһы үтте

9 класс уҡыусылары өсөн сығарылыш тантанаһы үтте

Июнь 22, 2019 Просмотров: 200

9 класс уҡыусылары өсөн сығарылыш тантанаһы үтте. Был байрам күңелле лә һәм шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс та. Тантана барышын мәктәп директоры Иҙел Мөхтәр улы башлап ебәрҙе. Ул уҡыусыларҙы ҡотлау һүҙҙәре менән тәбрикләне һәм өлгөргәнлек аттестаттарын тапшырҙы. Артабан уҡытыусылар, ата-әсәләр ҡотланылар, үҙҙәренең йылы һүҙҙәрен әйттеләр. Уҡыусыларға, класс етәксеһе Уҙәкина Гөлгинә Мирғәле ҡыҙы әҙерләгән видеояҙма ҡүрһәтелде, күңелле мәктәп йылдарын иҫкә алдылар. Рәхмәт һүҙҙәре менән уҡыусылар  уҡытҡан уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә йыр, бейеү бүләк иттеләр.