Мәктәп йылдарының яҡты байрамы!
Белем байрамы һәр мәктәптә үҙенсә матур үтә ул. Бер-береһен ҡабатламай ҙа, һәр береһе яңы тәьҫораттар, кисерештәр уята. Ишмырҙа ауылы мәктәбендә лә быйылғы Белем байрамы бик матур үтте. Көндөң һыуытып тороуы ла байрамдың йәмен ебәрә алманы.
Килгән ҡунаҡтарыбыҙ уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, барлыҡ коллективты яңы уҡыу йылы менән ҡотлап иң изге теләктәрен еткерҙе!
Ҡунаҡтарыбыҙ араһында Баймаҡ районы һәм ҡалаһы администрацияһы вәкиле Рәхимғолов Ринат Венир улы, Ишмырҙа ауылы хакимиәте башлығы Кашкаров Заһит Мәүлетдин улы, “КФХ Рәсүлев”тың директоры Рәсүлев Радик Ғәйнислам улы, Ишмырҙа ауылы ир-егеттәр ҡоро етәксеһе Тотманов Рәмил Нурислам улы, Баймаҡ ҡалаһынан спорт комитеты белгесе Баймырҙина Зөһрә Мотаһар ҡыҙы булды.
Беҙҙең ветерандарыбыҙ көтөп алған ҡунаҡтарыбыҙ. Уларҙың тәжрибәһенә, кәңәштәренә беҙ һәр саҡ мохтажбыҙ. Бөгөнгө линейкаға килеп, шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙҙы уртаҡлашырға килгәнегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе һәм ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ.
Байрамдың йәме булып мәктәпкә тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан беренсе класс уҡыусыларының сығышы булды. ГТО нормаларын уңышлы тапшырып миҙал алыусы уҡыусыларға ҡарап һоҡланып, шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ кисерҙек. Шулай уҡ мәктәптә тиҫтәләрсә йылдар хеҙмәт иткән юбилярҙар ҙа тәбриҡләнеп үтелде.
.
Ысын күңелдән уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайбыҙ! Барлыҡ уҡыусыларға белем баҫҡыстарын яулауҙа ныҡышмалылыҡ, ата-әсәләргә именлек һәм балаларының бәхетле киләсәгенә ышаныс, ә уҡытыусыларға илһамлы эш һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
Яңы уҡыу йылы һеҙҙең өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм яңы белемдәр менән байытһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек юлдаш булһын!