Шәфҡәтлелек айлығы башланды…
Сентябрь 18, 2019
Просмотров: 58
Шәфҡәтлелек айлығы айҡанлы мәктәптә тимур командалары эше яңынан йәнләнде. Һәр класс үҙҙәренең шефлыҡҡа алған ветерандарына ярҙамға ашыҡты.
Үткән аҙнаның йома көнөндә Ишмырҙа ауылы мәктәбенең VII, VIII, IXкласс уҡыусылары Сирусина Ғәлиә инәйҙең баҡсаһынан көҙгө уңышын (картуф) йыйып алырға ярҙам иттеләр.
Ветеран уҡытыусы балаларҙың килеүенә ихлас ҡыуанып, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп ҡалды.