МАШИНА ЙӨРӨТӨҮСЕГӘ ХАТ акцияһы старт алды
23 сентябрҙән 28 сентябргә тиклем беҙҙең белем усағыбыҙҙа хәүефһеҙлек аҙнаһы тип иғлан ителде. Балаларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәһен тейешенсә үтәү,ғүмерҙәрен юл фажиғәһенән аралаумаҡсатында Ишмырҙа ауылы мәктәбе уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары Баймаҡ ҡалаһы һәм районы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә«МАШИНА ЙӨРӨТӨҮСЕГӘ ХАТ”исеме аҫтында акция үткәрҙе.
Республикала балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Балалар баҡсалары, мәктәптәр, йәмәғәтселек транспорты туҡталыштары янынан транспортта үткәндә,машина йөрөтөүселәргә, айырыуса иғтибарлы булырға саҡырҙылар.
Беҙ Ишмырҙа ауылы уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары Баймаҡ районы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.