Ишмырҙа мәктәбендә Башҡортостандың 100 йыллығына арнап күркәм байрам үтте
Октябрь 11, 2019
Просмотров: 45
#100днейстолетияБаймак
Ишмырҙа мәктәбендә Башҡортостандың 100 йыллығына арнап күркәм байрам үтте. Сарала мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәһе етәксеһе ҡатнашты. Концерт номерҙары менән сығыш яһанылар, Башҡортостандың 100 йыллығына викторина үткәрелде, шиғырҙар бәйгеһе үтте, Башҡортостандың гимны башҡарылды (флешмоб). Уҡыусылар, ата-әсәләр ҡатнашлығында йәрминкә үткәрелде.
Еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Байрам сәй эсеү менән тамамланды.