Тематик суббота. Башҡорт теленән тоталь диктант яҙыу һәм башҡортостандың 100 йыллығына викторина ярыштары
19 октябрь Ишмырҙа ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Башҡортостандың 100 йыллығына, башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған этношәмбе үтте.
Көн башында уҡыусылар үҙ кластарында Мостай Кәрим ижадынан диктант яҙҙылар. Уҡыусылар туған телен яҡшы беләләр, мәктәп буйынса 100 % - өлгәш, 63,6 – сифат булды. (Семен ауылы башланғыс мәктәбе лә ситтә ҡалманы, диктант яҙыуҙа 6 уҡыусы ҡатнашты һәм 100 % - өлгәш, 66,6 – сифат)
Икенсе өлөш уҡыусылар ырыуҙарға бүленеп, Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләне. Бәйгелә Кейекҡужин Илназ, Нургалина Илсиә, Игебаев Морат, Ниғмәтова Айгүзәл, Әфләтунова Нурзилә, Ишмырҙин Азамат оҫта һөйләнеләр. Иң күп мәрәй йыйыусы “ Бөрйән “ ырыуы. Афариндар!
Артабан балалар “Татыулыҡ һәм тыныслыҡ һиңә, илем” исемле һүрәттәр конкурсында ҡатнашты.Үҙәкина Гөлназ, Монасипова Лилиә,Үҙәкина Әдилә, Ишмырҙин Ирмәктең һүрәттәре бик матур төшөрөлгән. ”Тамъян” ырыуын күп мәрәй йыйып, был бәйгелә алдынғылыҡты бирмәне.
Тыуған ил, тыуған ер хаҡындағы мәҡәлдәр әйтеү буйынса “Үҫәргән” ырыуына етеүсе булманы, афарин!
“Сәскә ат, тыуған Башҡортостаным! ” темаһына блалар бик күп итеп ребустар эшләгәндәр. Ребус сисеү барыһына ла оҡшаны. Был бәйгелә “Бөрйән” ырыуы еңеүсе булды.
Өлкәнерәк балалар “Башҡортостан – ул беҙҙең ғорурлығыбыҙ!” тигән викторинала ҡатнашты. “Үҫәргән” ырыуы иң күп балл йыйҙы.
Бәйгенең һәр төрөн ғәҙел жюри (Иҙел Мөхтәр улы, Рәмил Йәноҙаҡ улы, ) баһалап барҙы
I урын -“Бөрйән” - 112балл
II урын -“Үҫәргән” - 102балл
III урын -“Тамъян” - 71балл
Этношәмбе бик файҙалы һәм фәһемле үтте.